top of page

БУРЫС

Туған телем минең - башҡорт теле "Әсәй" тиеп телем асылған,

Был донъяның барлыҡ матурлығы Ошо телем аша танылған! Телебеҙҙе быуат төпкөлөнән

Мираҫ иткән атай – бабалар, Юғалтмайыҡ туған телебеҙҙе,

Һүҙ әйтәлмаҫ телһеҙ балалар! Башҡорт теле - минең халҡым теле, Башҡортостан- минең баш йортом! Тыуған илебеҙҙә туған телдә

Һүҙен әйтһен һәр бер башҡортом! Балаһына туған тел өйрәтеү-

Һәр әсәнең изге бурысы, Онотмаһын ине бер әсә лә

Иңдәренә төшкән бурысты!

Ситтән генә ҡарап ятмаһындар Балалары булған һәр атай,

Телен өйрәтһендәр ейәндәргә

Һәр өләсәй, һәр бер олатай!

 

Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ

bottom of page