top of page

“Урал батыр” байрамы.

“Урал батыр” – ҡобайыр,

Уны белгән ҙурайыр,

Аҡыл алыр, дан алыр,

Бөтә донъя таң ҡалыр!

“Урал батыр” эпосы берәүҙәр өсөн тарих, икенселәргә – тел үрнәге, өсөнсөләргә – сәнғәт әҫәре, дүртенселәргә – милли идеологияны сағылдырған мәшһүр ҡомартҡы.   Үткән аҙнала мәктәптә халҡыбыҙҙың мәңгелек мираҫы “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүсе уҡыусылар сәсәнлек байрамында ҡатнашты. Уҡыусылар үҙҙәренең сығышына матур, етди әҙерләнгән ине, уларҙың һәр береһен тамашасы көслө алҡыштар менән оҙата барҙы. Мәктәп директоры Миңзәлә Мырҙағәле ҡыҙы  Дәүләтбаева байрам аҙағында эпосты яттан һөйләүселәргә Маҡтау грамоталары, уларҙы әҙерләүҙә ярҙам иткән ата-әсәләргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Исҡужина Динә, 6-сы класс уҡыусыһы.

Йәш хәбәрселәр

ҡәләм тирбәлтә

    Беҙҙең Таулы ҡасабаһының 5-се мәктәбендә 3-сө йыл рәттән «Йәш хәбәрсе» түңәрәге уңышлы эшләп килә. Уның етәксеһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәҙершин Йәғәфәр Сәфәрғәле улы. Был түңәрәктә балалар шиғыр яҙыу нескәлектәренә өйрәнәләр, журналистика серҙәренә төшөнәләр. Шулай уҡ ай һайын, мәктәп яңылыҡтарын яҡтыртҡан «Мәктәп хәбәрҙәре» гәзитен дә ихлас сығаралар. Ҡәләм тирбәтеүсе уҡыусыларыбыҙ ҙа күп кенә. Түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыусыларҙың шиғырҙары  «Аманат» журналында,  «Атайсал» гәзите биттәрендә  баҫылып тора. Буранбаев Айназдың, Мәликова Ынйының шиғрҙары үтә лә шәп килеп сыға. Уларҙың ижадын гәзит-журнал биттәренән уҡып ғорурланабыҙ. Бер нисә көн элек С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, яҙыусы Т. Ғарипова призына уҙғарылған төбәк-ара йәш ижадсылар  бәйгеһендә  6-сы класс уҡыусылары Ҡаһарманов Илгиз менән Ишкилдина Рушания II урын яуланылар. Уларҙы был еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Түңәрәктә шөғөлләнгән уҡыусыларға тағы ла ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Исҡужина Динә, 7-се класс уҡыусыһы

Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙинаның

 тыуыуына 100 йыл

 

 Ошо көндәрҙә беҙҙең мәктәптең ветеран уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы  Гөлнур Рәхмәт ҡыҙы Баймырҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы класс сәғәте үтте. Класс  сәғәтенә  уның  ҡыҙы Маһинур Ғиниәт ҡыҙын осрашыуға саҡырҙыҡ.  Осрашыу бик йәнле үтте. Уҡыусылар күп ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙеләр һәм  йөкмәткеле, фәһемле яуаптар ишеттеләр. Маһинур Ғиниәт ҡыҙы класс етәксебеҙ Йәғәфәр Сәфәрғәле улына осрашыуҙы ойошторғаны  һәм балаларҙың  ихласлығы, ҡыҙыҡһыныусанлығы өсөн рәхмәттәр әйтеп хушлашты.

 

Исмаҡова  Алина,  6-сы  класы уҡыусыһы

bottom of page