top of page

Мәктәп, ҡала методик берекмәһендәге эшем

        Сибай ҡалаһы 5-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йәғәфәр Сәфәрғәле улы ҡала методик берекмәһе эшендә әүҙем ҡатнаша. Берекмәнең ултырыштарында төрлө темаларға сығыш яһай. Тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында 2017-2018 уҡыу йылында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә рефлексия алымдары ҡулланыу» темаһына сығыш яһаны, «Халыҡ ижадын өйрәнеүҙә театр алымы» темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. «Йәш педагогтар мәктәбе» семинарында «Тыуған илем – Башҡортостан. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр» темаһына  ҡала кимәлендә асыҡ дәрес үткәрҙе.                                 Ҡала уҡытыусылары уның дәрестәрен юғары баһалай. Ул үҙе Сибай ҡалаһының башҡорт теле уҡытыусылары үткәргән асыҡ дәрестәргә, сараларға йөрөй, үҙ тәҡдимдәрен әйтә, кәңәштәрен бирә. Берекмәнең ҡала кимәлендә үткәргән күп сараларының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ла булып тора. Ҡала методик берекмәһе эшен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өсөн Йәғәфәр Сәфәрғәле улы ҙур көс һала.                                                            

     Уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтереү өсөн төрлө саралар: флешмобтар, конкурстар, экскурсиялар, Сибай Башҡорт драма театрында спектаклдәр ҡарау һәм әңгәмәләшеү, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар ойоштора.

Сибай ҡалаһы башҡорт теле һәм                                                                         Һөйәрғолова Н.Ю.               әҙәбиәте уҡытыусыларының                                                 

методик берекмәһе етәксеһе

bottom of page