top of page
Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле.

     Беҙҙең балаларыбыҙ ҡайҙа тәрбиәлә­нә? (Балалар баҡсаһында, мәктәптә, ғаиләлә.) Нимә ул ғаилә? Ғаилә— ул бер нисә кешенән торған дәүләт, ойошма. Ә һүҙлектә ул бәләкәй бер дәүләт, бер-бе-реһе менән рухи һәм матди йәһәттән бәйләнгән кешеләр берлеге, тип аңлаты­ла. Ғаилә— ул система. Беҙ ошо система­ла балаларҙы үҫтерәбеҙ, уларға йоғонто яһайбыҙ, шәхес тәрбиәләйбеҙ. Ә кем ул шәхес? Шәхес— ул айырым сифаттарға, үҙенсәлеккә, тотҡан урынға эйә булған, мораль яҡтан ныҡ, физик һау кеше.

    Баланы тәрбиәләү әсә ҡарынынан уҡ башлана. Әлбиттә, үтә ҡыҙып барыусан, алкоголь эсемлектәр, тәмәке менән ма­уығыусы әсәләрҙән нормаль бала тыуыры икеле. Йөклө әсә саф һауала күп булырға, моңло музыка тыңларға, витаминдарға бай аҙыҡ менән туҡланырға тейеш.

      Бала тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле ҙур. Ғаиләлә баланың аңлы тәртибе өҫтөндә эшләү мотлаҡ. Ғаиләләге тәртип — ул ба­ланың тыңлаусан булыуы ғына түгел, ә үҙенә йөкмәтелгән эште актив үтәргә тырышыуы ла. Хәҙерге ғаиләлә быны нисек тормошҡа ашырырға?

     Тәртипте билдәле ҡағиҙәләрҙе һаҡла­ғанда ғына урынлаштырырға була. Ҡайһы бер ата-әсә өлгөлө тәртипкә яза биреү, тыйыу юлы менән ирешә. Был һис тә дөрөҫ түгел, сөнки иң мөһиме баланың үҙ ҡылығын контроллек итеүе.

Бөгөн   "Хәҙерге   йәштәр   ялҡау,   тәртипһеҙ" тигәнерәк һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Тик ниңәлер ошондай балалар үҫеүендә беҙ үҙебеҙ ғәйепле икәнде уйлап та бирмәйбеҙ. Халыҡтың түбәндәге тап­ҡыр әйтемдәре лә ошо турала һөйләй.

1.  Үҙеңдең кем икәнлегеңде белгең килһә, көҙгөгә түгел, балаңа ҡара.

2.  Бала күңеле — уңдырышлы тупраҡ, ни сәсһәң, шуны урырһың.

3.  Тәртиптең әсәһе — тәрбиә.

4.  Ояһында ни булһа, осҡанда ла шул булыр.

Ата-бабаларыбыҙҙың кәңәштәре — һис шикһеҙ тәрән мәғәнәле тәрбиәүи сара.

                

Тупһаға баҫма, ырыҫың кәмей.

Яңағыңа таянма,  ҡайғы күрерһең.

Аяғыңды болғатма , шайтан саҡыраһың.

Ҡояш байығас иҙән һепермә, бәхетең кәмер.

Ризығыңды "бисмилла" тип япмаһаң "шайтан ялар".

Ҡояш байығас һыуға барма ,  һыуыңа шайтан төшә.

     Ғөмүмән, ата-әсә — бала өсөн иң яҡын кеше, иң ҙур авторитет. Улар аша баланың тормошҡа ҡарашы, кешеләргә мөнәсә­бәте һәм ихтирамы тәрбиәләнә. Тәртипле, татыу ғаиләлә балалар ҙа сабыр холоҡло, әҙәпле, ихтирамлы булып үҫә. Сөнки улар иң яҡын ике кешенең үҙ-ара ихтирамын көн һайын, минут һайын күреп үҫә.

Ата-әсәләргә бер нисә файҙалы кәңәш

I.   Бала менән дөрөҫ мөғәлләмә итеү кәрәк. Эш ҡушҡанда асыу, ҡысҡырыу, ярһыу ҙа, инәлеү ҙә булырға тейеш түгел. Эш үтәлешен тикшереү ҙә мөһим. "Һин эшләй алаһыңмы ни?", "Һинән булмаҫ" кеүек кәмһетеүҙәр баланың үҙ баһаһын кәметә, үҙенә ышаныу көсөн юҡҡа сығара. Балағыҙҙың уҡыған китабы ҡараған кино­фильмы, мәктәп тормошо тураһында ҡыҙыҡһынығыҙ.

II.   Эшһеҙлек — ялҡаулыҡтың, бәхет­һеҙлектең нигеҙе. Шуға күрә баланың һәр көн башҡара торған эштәре булырға тейеш (почта индереү, сүп түгеү, иҙән һепе­реү, һауыт-һаба йыуыу, ҡар көрәү Һ.6.).

III.  Пунктуаль булырға өйрәтегеҙ. Ба­лағыҙ мәктәпкә һуңламаһын, унан ваҡы­тында ҡайтһын.

IV.  Балағыҙ алдында бер ҡасан да мөнәсәбәттәрегеҙҙе асыҡламағыҙ, ыҙғыш­мағыҙ.

V.  Уҡыуҙы ыҙаға өйләндермәгеҙ. На­сар тәртип әсән математиканан өҫтәлмә эштәр эшләргә, инша яҙырға мәжбүр ит­мәгеҙ.

VI.    Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ, унда үҙаллылыҡ тәрбиәләргә тырышығыҙ.

VII.  Ололарҙы ололарға, кеселәрҙе ке­селәргә өйрәтегеҙ. Йәмәғәт урындарында балағыҙ менән бергә булһағыҙ, үҙегеҙ белгән нәмәләр менән таныштырығыҙ. Мәҫәлән, автобустарҙа ололарға урын би­реү, юлда уларҙы алдан уҙғарыу һ.б.

VIII.  Бала алдында гәп һатҡанда кем­делер яманларға ярамай. Сөнки балала шул кешегә ҡарата насар ҡараш тәрбиә­ләнә.

IX.   Сәләмәтлекте, һаулыҡты нығытыу мотлаҡ. Балағыҙ һау-сәләмәт булһа ғына, уҡыуы ыңғай барасаҡ.

X.  Гигиена талаптарын үтәргә өйрәтеү. Бөхтә кейенергә, тырнаҡтарын ҡырҡырға, мунса инергә һ.б. өйрәтеү кәрәк.

bottom of page