top of page

 Был биттә һеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы  стендтар өсөн материалдар таба алаһығыҙ

 АДРЕС школы 

Нәжиб   Асанбаев

Нәжиб Вилдан улы (Николай Васильевич) Асанбаев Баҡалы районы Ахман ауылында 1921 йылдың 7 ноябрендә хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Драматург, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Республиканың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. I һәм II дәрәжәле Ватан һуғышы ордендары, Ҡыҙыл Йондоҙ, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев ордендары менән бүләкләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул Өфө финанс-экономия техникумын (1939 й.), М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының Юғары әҙәби курстарын (Мәскәү, 1963 й.) тамамлай. 1949 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзитенең бүлек мөхәррире, 1950-59 й.й. шул уҡ гәзиттең Октябрьск һәм Салауат ҡалаларында үҙ хәбәрсеһе, 1963-65 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры, 1959-1961 й.й. Салауат дәүләт драма театры директоры булып эшләй. Н. Асанбаевтың драмаларына мәсьәләләр актуаллеге, конфликттар киҫкенлеге һәм жанрҙар төрлөлөгө хас. «Рәйсә» (1957 й.), «Фәйзи» (1962 й.), «Аҡ сирендәр» (1976 й.) әҫәрҙәре бөгөнгө йәшәйеш проблемаларының киҫкенлеген, көслө драматизм менән һуғарылып ижад ителгән. Ә инде «Зәйтүнгөл» (1974 й.), «Ҡыҙыл йорт» (1980 й.), «Миләш-Миләүшә» (1988 й.) драмаларында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡатмарлы яҙмышын асыҡ күрәбеҙ. Н. Асанбаев М. Йәлил хаҡында «Ҡанат йәйгәндә» драмаһын (1969 й.), З. Вәлиди хаҡында трилогия (2004 й.) ижад итте. «Кәләш әйттергәндә» (1964 й.), «Күктән төшкән бәхет» (1969 й.), «Һыу юлы» (1972 й.) һ.б. үткер сюжетлы комедиялары тамашасыларҙы битараф ҡалдырмай. Нәжиб Асанбаев «Кәрим» (1947 й.), «Вәлимә» (1953 й.), «Минең геройым» (1953 й.) хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығы авторы. Уның «Ҡыҙыл паша» пьесаһы Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылып, Дамаск ҡалаһында уҙғарылған (1986 й.) Мосолман илдәренең халыҡ-ара фестивалендә күрһәтелде. Н. Асанбаевтың пьесалары Башҡортостан, Татарстан, Рәсәй Федерацияһының һәм сит ил театрҙарының сәхнәләрендә ҡуйылып тора.           
Нәжиб Асанбаев Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Президент Советы ағзаһы. 

 

 

 

 

 

 

Ҡәҙим  Аралбай

 

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа.

йоны Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй. Хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була. БДУ тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Башҡортостан Фәндәр академияһында аспирантурала уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта. Ул «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. Яҙыусылар союзы идараһында секретарь, «Китап» нәшриәтендә директор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.
Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һүң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.
Ҡәҙим Аралбай – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, шулай уҡ С. Чекмарев, З. Биишева, Р. Ғарипов, Ф. Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

 

 

Суфиян Поварисов 

 

Суфиян Шәмсетдин улы Поварисов Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында 1924 йылдың 29 авгусында тыуған. Тел белгесе, яҙыусы, драматург. Филология фәндәре докторы (1990 й.), профессор (1992 й.), Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992 й.), Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул 1955 йылда Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай. 1958-60 й.й. “Ҡыҙыл таң” редакцияһы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1960 йылдан БДУла эшләй. Телдең стилистик системаһы, лексик һәм морфологик төҙөлөшө уның ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлешен тәшкил итә. Суфиян Шәмсетдин улы 300-гә яҡын ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әсбаптар авторы. Ул егерменән ашыу әҙәби әҫәр баҫтырып сығарған. Уның “Яҙмыш ҡорбандары” (1994 й.), “Пәйғәмбәр таңы” (1995 й.) романдары, “Ышанам һиңә” (1984 й.) повесы һәм башҡа әҫәрҙәре бар. “Көйҙөргән дә тел, биҙҙергән дә тел” (1970 й.), “Кәрлә йондоҙ” (1974 й.) комедиялары, “Ауылымдың алһыу таңдары” (1986 й.) драмаһы авторы. С. Поварисов III дәрәжә Дан (1945 й.), II дәрәжә Ватан һуғышы (1990 й.) ордендары менән наградланған. Суфиян Поварисов бөгөнгө көндә 62 китап авторы (9 роман, 10 повесть, 18 сәхнә әҫәре, публицистика, яҙыусылар теле тураһында фәнни хеҙмәттәре һ.б.).       

 

 

 

 

 

 

 

 

Абдулхак Игебаев 

Абдулхак Игебаев - Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты,Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баймаҡ районында булдырылған әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Батыр Вәлид исемендәге премияһының тәүге лауреаты, Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданины.          
Абдулхак Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ул йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946-1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң» , «Совет Башҡортостаны»  гәзиттәре һәм «Ағиҙел»  журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.
1969-1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындаға Юғары әҙәби курстарҙы тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел»  журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.               
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948-1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры»  тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

 

 

 

 

 

 

 

 

Рәми Ғарипов

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған. Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡыған, хәҙер был Рәми Ғарипов исемен йөрөтөүсе 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты. Ул хаҡлы рәүештә милли кадрҙар тимерлеге тип атала. Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Ә «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн Ғарипов эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «1937» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Шағирҙың тыуған яғында – Салауат районының Арҡауыл ауылында йорт-музей асылған, бюст ҡуйылған.

 

 

 

 

 

 

Мәжит Ғафури 

Мәжит Нурғәни улы Ғәфүров (Мәжит Ғафури) 1880 йылдың 20 июлендә (иҫке стиль буйынса 2 августа) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (Башҡортостандың хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында тыуған. Иртә етем ҡала. 1898 йылда данлыҡлы Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Уҡыуҙан буш ваҡытында эшҡыуар Рәлиевтарҙың алтын приискыһында эшләй, унда старателдәрҙең тормошо менән таныша. Был тормош тәжрибәһе һуңынан уның әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Бынан һуң М. Ғафури ҡаҙаҡ далаларында уҡытыусы булып эшләй, халыҡ ижады өлгөләрен йыя, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына. 1904 йылдан Ҡазандағы «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. Әммә 1906 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайтып, бөтә Көнсығышҡа билдәле «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыуын дауам итә. Башҡортостан автономиялы республикаһының ваҡытлы матбуғатын ойоштороуға күп көс һала.

М.Ғафуриҙың тәүге әҫәрҙәре беренсе рус революцияһы алдынан күренә, улар мәғрифәтселек реализмы принциптарында ижад ителә. Әммә тиҙҙән М.Ғафуриҙың батшаның колониаль сәйәсәтен тәнҡитләүсе социаль, сәйәси шиғырҙары барлыҡҡа килә, быуат башында халыҡтарҙың милли-азатлыҡ көрәше көсәйеү менән уның ижадында тәнҡит реализмы идеялары асыҡ сағыла. «Фәҡирлектә үткән тереклек» хикәйәһендә авторҙың синфи позицияһы сағыла.

Шағир ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡтарын асып биреүсе, синфи тигеҙһеҙлекте, һәр төрлө иҙеүҙе аяуһыҙ тәнҡитләүсе («Мин баҙарға сыҡтым») әҫәрҙәр ижад итә. «Беҙҙең көндәр» (1907), «Ике ҡош» (1906), «Бай» (1907), «Үҙем һәм халҡым» (1912), «Мин ҡайҙа…» (1912) шиғырҙарында шағир азатлыҡ идеяларын яҡлап сыға, халыҡты тормошто үҙгәртеү өсөн көрәшкә өндәй. 1917 йылғы революциянан һуң Ғафури бөтә көсөн башҡорт әҙәбиәтен һәм уның жанрҙарын аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә бирә.

20-се йылдар уртаһында Ғафури ижадында гражданлыҡ мотивтары көсәйә, сәйәси лирика ҙур урын биләй. Шағир Ленин, коммунистар партияһы тураһында публицистик шиғырҙар яҙа. 

20-се йылдарҙың икенсе яртыһында һәм 30-сы йылдар башында Ғафури совет осоро башҡорт прозаһына нигеҙ һалыусы «Ҡара йөҙҙәр» (1927), «Тормош баҫҡыстары» (1928), «Шағирҙың алтын приискыһында» (1930) повестарын ижад итә.

М.Ғафуриҙың «Ҡыҙыл йондоҙ» драмаһы (1925) башҡорт драматургияһында граждандар һуғышы йылдарында крәҫтиәндәр образын күрһәтеүсе тәүге әҫәр була.

Мәжит Ғафури 1934 йылдың 28 октябрендә вафат була. Уның исемен хәҙер урамдар, Өфөнөң төп ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы, Башҡорт академия драма театры йөрөтә.

 

 

 

 

Талха  Ғиниәтуллин 

Талха Ғиниәтуллин бөтә илебеҙ уҡыусыларына яҡшы таныш, киң танылған яҙыусы.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) 1926 йылда республикабыҙҙың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылды ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. 

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған. 

"Мышағыр” (1969), "Айыу таш” (1975), "Алтын бишегем” (1984), "Тау артында ниҙәр бар” (1997), "Һин аҡ ҡайын янында тора инең” (2007) йыйынтыҡтарына тупланған хикәйә һәм повестарында, Рәсәй һәм Башҡортос¬тан матбуғатында донъя күргән әҫәр¬ҙәрендә яҙыусы гүзәл Башҡортостан тәбиғәтен, Урал аръяғындағы тау-ташлы, урмандары, ялан-ҡырҙары, инеш-күлдәре, Яйығы һәм мәғрүр Ирәмәле менән данлыҡлы Учалы яҡтарының шифалы ерен ҡайнар һөйөү хистәренә һуғарып һүрәтләй.

Талха Ғиниәтуллин тыуған яҡтарына, Ураҙ ауылына йыш ҡына ҡайтып йөрөй, яҡташтары менән бәйләнеште өҙмәй. 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 Рәшит Ниғмәти

Халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти — башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе, үҙенең шиғырҙары һәм поэмалары менән башҡорт әҙәбиәтен идея-тематик яҡтан байытыусы, уға өр-яңы жанрҙар һәм поэтик формалар алып килеүсе. Кешеләрҙең уртаҡ уй-тойғоларын үҙ әҫерҙәрендә художество яғынан оҫта кәүҙәләндереүе менән Рәшит Ниғмәти ижады халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай. Шуға ла уға хаҡлы рәүештә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән почетлы исем бирелгән. 30-сы йылдар уртаһында ул үҙен лирик шағир итеп таныта. Был йылдарҙа ул ҙур күләмле поэмалар менән бер рәттән күп кенә лирик шиғырҙар ҙа яҙа.      
Совет иленең яңынан-яңы уңыштары, илебеҙҙә хужалыҡ һәм мәҙәниәт тормошоноң үҫеше Р. Ниғмәти поэзияһының идея-тематик йөкмәткеһен артабан киңәйтеүгә алып килә, совет патриотизмы идеяһы менән тәрәнерәк һуғарыла. Шағирҙың совет ысынбарлығын нығыраҡ өйрәнеүе әҙәби оҫталыҡты өҙлөкһөҙ үҫтерә барыуға, халыҡтың типик уй-тойғоларын художестволы аныҡ сағылдырыусы әҫәрҙәр тыуҙырыуға киң мөмкинселектәр аса. Р.Ниғмәти лирикаһындағы совет патриотизмы идеяһы совет кешеләрендә тоғролоҡ һәм батырлыҡ тәрбиәләүсе актив сара булыуы менән әһәмиәтле.      
Р. Ниғмәтиҙең «Мин постамын» шиғырында лирик герой – үҙ тыуған иле өсөн бөтә көсөн биргән, кәрәк булһа, уға йәнен дә бирергә әҙер торған ысын патриот. Тыуған илебеҙҙең бөгөнгө ирекле көнө өсөн халыҡ ҡанын түккән, хәҙерге мул һем бәхетле тормош ауыр көрәш һәм күп хеҙмәттәр аша яулап алынған. Шуға ла Ватаныбыҙҙың бөгөнгөһө тағы ла ҡиммәтлерәк, тағы ла ҡәҙерлерәк булырға тейештер ул. Ватан азатлығы өсөн һәр бер совет кешеһенең яуаплығы йәнә асығыраҡ күренә. Шағир «Мин постамын» шиғырында ваҡ деталдәр аша илебеҙҙең үҫешен, уның ҡеүәтен кәүҙәләндерә.
Р. Ниғмәтиҙең «Байрам тураһында поэма», «Тимер юл», «Телмәр» кеүек әҫерҙәре совет халҡының тарихындағы героик юлын яҡтыртыуға арналғандар. Был әҫәрҙәр бөгөнгө бәхетле тормоштоң ауырлыҡтар, юғалтыуҙар менән яуланыуын киң тарихи һәм ижтимағи фонда кәүҙәләндерәләр, Ватан һәм халыҡ образдарын тығыҙ берлектә бирәләр.
Рәшит Ниғмәти үҙ шиғырҙарында яҡты тормошҡа алып килеүсе оло идеяларҙы декларатив төҫтә генә һөйләмәй, уларҙы конкрет материалдар аша сағылдырыу, художестволы дөйөмләштереү хәстәрлеген күрә. Шағир бының өсөн бик күп төрлө поэтик алымдарҙы һәм һүрәтләү сараларын ҡуллана. Рәшит Ниғмәти Ватан образын кәүҙәләндереүҙә йыш ҡына тәбиғәт картиналарын тасуирлауға ҙур урын бирә.   
Шулай итеп, Рәшит Ниғмәти халыҡ күңелен патриотик рухтағы ҙур тәҫьир көсөнә эйә булған әҫәрҙәре менән яулай һәм бөгөн дә ҙур ихтирамға лайыҡ.

 

 

 

 

 

 

Мостай Кәрим

 

Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты. 

Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 — се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3-сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә. 

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 — 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 — 1984 йылдарҙа — РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара. 

 Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил. Улар юғары фәлсәфәүи мәғәнә, ысын гражданлыҡ, ҡанатландырғыс изгелек һәм романтизм рухы менән һуғарылған. Алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, яҡты ихласлыҡ, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булды ул. Сикһеҙ ихлас, алсаҡ кеше булараҡ, ул беҙҙең өсөн һәр саҡ өмөт һәм ышаныс сығанағы булып торҙо. 

   Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР — ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ,   Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған. 

   Мостай Кәрим үҙ иленең бөйөк кешеһе. Республикабыҙ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға ҡағылышлы үҙ фекерен ул асыҡ һәм ҡыйыу белдерҙе. Мостай Кәримде бөйөк Ватаныбыҙ — Советтар Союзы тарҡалыуы бик борсолдорҙо. Һуңғы ауыр йылдарҙа ватандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән бәләләрҙе үҙ ҡайғыһы кеүек күреп ҡабул итте ул. Советтар Союзының Коммунстар партияһы идеологияһы һәм йолаларына хөрмәт менән ҡараны. «Партия нисек кенә аталмаһын, әгәр халыҡҡа яҡын икән, тимәк ул — өмөт партияһы. Кеше өмөтһөҙ йәшәй алмаған кеүек, йәмғиәт тә халыҡҡа ярҙам итеүсе көскә мохтаж», — тине ул. 

   Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.

 

 

Сәйфи Ҡудаш

Сәйфи Ҡудаш 1894 йылда хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. 

1913 йылда тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағас, белемен арттырыу маҡсатында ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тота. Үҙенең Келәш мәктәбендәге белемле уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белеме арҡаһында ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡыралар. Ошо осорҙа ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын, йырҙарын, тарихын өйрәнә. Әҙәбиәттә үҙ көсөн тәүге тапҡыр һынап ҡарай. Ҡустанайҙа эшләгәндә Туҡай тураһында тәүге шиғырын яҙа. Данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡыу теләге лә тормошҡа аша. Сәйфи Ҡудаш ҡаҙаҡ Бәйембәт Майлин, Шәйехзада Бабич, Хәсән Туфан кеүек яҡшы кешеләр менән бергә уҡый. Тәүге тапҡыр Мәжит Ғафури, Сәғит Рәмиевтар менән осраша. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыта, 1925 йылда ғына Өфөгә күсә. 

«Башҡортостан» редакцияһында, һуңынан «Яңы ауыл» газетаһы редакцияһында эшләй. Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫ була. 

Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Ҡыйғыла эшләгәнендә (1930-1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм уның шиғыр менән яҙылған «Ҡушҡайын” романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә. 

Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта, ләкин эш бирмәйҙәр. ВКП(б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа – 1927 йылдан кире ҡайтаралар. 

30-сы йылдар уртаһынан Сәйфи Ҡудаш үҙен тулыһынса әҙәби ижадҡа арнай. 

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу исем менән китаптары сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.

1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар” китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

 

 

 

 

 

 

 

Бикбаев Рауил

Рауил Төхфәт улы Бикбаев — күренекле шағир, әҙәбиәт белгесе. Ул 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровский районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында ауылында тыуып үҫкән, һуңыраҡ күрше Ғәбдрәфиҡ ауылына күсеп, шунда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған. Аҙаҡ Аҡ-булаҡ Педагогия училищеһендә белем алғас, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт филология факультетында уҡый. Артабан Өфө Фәндәр академияһында аспирантура үтеп, филология фәндәре кандидаты дәрәжәһенә ирешә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 30 йыл (1965-1995) тирәһе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1995 йылдан алып Башҡортостан Яҙыусылар союзында ошо ижади ойошманың башлығы булып эшләй. Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, бер нисә орден-миҙалдар кавалеры.
Шағирҙың шиғырҙар һәм  поэмалары ингән йыйынтыҡтары: «Дала офоҡтары» (1964) «Ҡош юлы» (1967), «Бураҙналар» (1985), «Звездный дом» (1985), «Поющие скалы» (1986), «Время. Поэт. Народ.» (1986), «Эволюция современной башкирской поэзии» (1991), «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!» (1991), Шайехзада Бабич. Жизнь и творчество. (1995), «Шағир һүҙе - шағир намыҫы» (1997),  «Ай күргәндәй, ҡояш алғандай» (1998) һ.б.

Рауил Бикбаев төрлө күләмдәге ундан артыҡ поэма ижад итте. Илленсе-алтмышынсы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарынан алып яңы мең йыллыҡ башланған осорҙарҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә тиклем Рауил Бикбаев ижадында халыҡ яҙмышын, илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау һәр саҡ үҙәктә булды. Шағир ғәзиз милләте һәм Башҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белә. Шуға ла уның шиғри юлдары уҡыусыларҙың рухи юлдашына әйләнә, телдән-телгә күсә, сәхнәләрҙә яңғырай, дәреслектәргә инә. Быға миҫал итеп бик күп шиғырҙарҙы, «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», «Баҙар балтаһы», «Система», «Барокамера», «Хазина» һ.б. ҙур хеҙмәт башҡарҙы. Башҡортса һәм русса фундаменталь шиғри антологияларҙы уҡыусыларға еткереүгә лә ул күп көс һалды. Ҡәләмдәштәре хаҡында әйтелгән һүҙҙәр, төрлө жанрҙар буйынса ғилми тикшеренеүҙәр, яҙыусыларҙың съездарындағы бай йөкмәткеле докладтар, публицистик сығыштар, шиғри тәржемәләр, һуңғы йылдарҙа үҙенсәлекле күренешкә әйләнгән шиғри хәҙистәр үҙҙәре махсус томдарҙы тәшкил итерлек. Рауил Бикбаевтың «Сәфәрҙәрҙә сығам сәхәрҙәрҙә» китабы башҡорт әҙәбиәтендә сәйәхәтнамә жанрын өр-яңы баҫҡысҡа күтәрҙе.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Зәйнәп Биишева 

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург. 1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған. Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый.

Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.

Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Пионер” журналында баҫыла. Ә тәүге “Партизан малай” тигән китабы 1942 йылда сыға.

40-60-сы йылдарҙа уның “Көнһылыу”, “Сәйер кеше”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?”, “Уйҙар, уйҙар…” “Мөхәббәт һәм нәфрәт” кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Әммә уның иң төп хеҙмәте – “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында” һәм “Емеш” романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.

1996 йылдың август аҙағында уның ҡулынан ҡәләме төшә. 

 

 

Мусин Ноғман

Башҡорт прозаһының күренекле вәкиле, эпик йөкмәткеле романдар, үткер проблемалы повестар, күп һанлы хикәйә һәм очерктар авторы Ноғман Мусиндың әҫәрҙәрен, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә хәҙерге Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. Тәүҙә үҙ ауылында ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1947 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлағас, Ҡолғонаға уҡытыусы булып эшкә ҡайта. Әҫәрҙәре 1952 йылдан алып матбуғатта баҫыла башлай. «Зөһрә» исемле тәүге повесы 1955 йылда яҙылып, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында донъя күрә. 1958 йылда «Ағиҙел» журналына эшкә килә, ошо осорҙан алып әҙәбиәттән айырылмай. Һуңыраҡ ул башлыса үҙе тыуып үҫкән мөхит, тормош һәм шунда көн күреүсе кешеләр хаҡындағы әҫәрҙәре менән таныла. Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Хикәйәләре, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» һ.б. повестары, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш», «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдары күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Уның ижады заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.Уның повесть һәм романдарына нисәмә быуын уҡыусылары һоҡланыуҙан туҡтамай. Яҙыусыға хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемдәр бирелде. Ә әҙип өсөн иң ҙур бүләк – халыҡ һөйөүе.

453800

Республика Башкортостан  город Сибай, 

улица Горная, 55

График работы:

пн-пт 7.30 - 18.30  

сб 8.00 - 15.00

 КОПИЛКА

ПОЛЕЗНЫХ САЙТОВ

ДЛЯ УЧИТЕЛЯ

Министерство образования

http://mon.gov.ru/

Институт развития образования РБ

http://irorb.ru/

bottom of page